Өфөлә йәшәүсе Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәмит Ваһапов бөгөн 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә йәшәүсе Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәмит Ваһапов бөгөн 100 йәшлек юбилейын билдәләне 10.02.2015

Бер быуат ғүмер кисергән шанлы дәүер шаһиты аслыҡты, һуғыш михнәттәрен татып, Совет власы тарҡалыуын, үҙгәртеп ҡороу осорҙарын үтеп, бөгөнгө яңы технологиялар заманына килеп еткән.

Хәмит Ваһапов бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫә. Ата-әсәләре ураҡ урғанда, йорт мәшәҡәттәре минең өҫтә була торғайны, тип хәтерләй ветеран. Үҫмер баҫыуға яҡындарына ашарға бешереп алып барыуҙан тыш, ике сәғәт һайын бейә һауып, ҡымыҙ бешкән. Бер үк ваҡытта  уҡырға, яҙырға өйрәнгән. Ете йәшендә  ул дүрт синыф белем кимәленә эйә булған. Тормошто яратыу, спорт менән дуҫ булыу оҙаҡ йәшәүҙең сере, ти ветеран. Йәшлек таңының береһендә вокзалдағы хушлашыуҙы яугир хәтеренә йыш  төшөрә.
Тәүҙә фин, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Әйткәндәй, фашистик илбаҫарҙарҙы тар-мар итеүгә ғаиләнән дүрт кеше алына. Бер туғандар барыһы ла бер-нисә тапҡыр яраланып, ҡабат яуға барып дүртеһе лә имен әйләнеп ҡайта. Хәмит Ваһапов фронтта өс тапҡыр яралана. Ҡайһы бер алыштарҙа Хоҙайҙың аралап ҡалған саҡтары ла булды, тип хәтерләй ул.
Бигерәк тә фашистар менән Балтик флотындағы бәрелеш тормоштоң аҫтын-өҫкә килтерҙе, ти ветеран. Хәмит Ваһапов контузия менән госпиталгә эләгә. Ике аҙна самаһы күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Бер аҙ һауыҡҡас йәнә яу яланына ташлана. Ә Бөйөк Еңеү яҙын ул Польшаның Пилава ҡалаһында 1945 йылдың 3 майында ҡаршылай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку