Өфөлә йәшәүсе Евгения Рощупкина балыҡсылар спорты чемпионы исеменә лайыҡ булды

Өфөлә йәшәүсе Евгения Рощупкина балыҡсылар спорты чемпионы исеменә лайыҡ булды 06.09.2014

Биология уҡытыусыһы халыҡ-ара бәйгенән икенсе тапҡыр миҙал менән ҡайтты.

Евгения Рощупкина флайкастинг менән өс йыл шөғөлләнә. Был балыҡ тотоу төрөнөң үҙенсәлеге шунда: спортсылар ҡармаҡты теүәл һәм алыҫлыҡҡа ташлауға ярыша. Уларҙың ҡармаҡтары ла ябай түгел.
Евгения Рощупкина, флайкастинг буйынса донъя чемпионы: «Бәйгеләрҙә һыуға тамғалар ҡуйыла, улар эргәһендә кәмәләрҙә баһалама ағзалары йөҙә. Рация буйынса кем нисә метрға ҡармаҡ ырғытҡаны хәбәр ителә. Чемпионатта минең ебем 36 метрға осто».
 Һөҙөмтәгә ирешер өсөн Евгения Рощупкина йыл дауамында әҙерләнә. Быға тиклем уға төбәк-ара бәйгеләрҙә ирҙәр менән бер рәттән ярышырға тура килә. Һөҙөмтә лә юҡ түгел, ул балыҡсыларҙың спорт мастерлығына кандидат исеменә эйә. Ә Европа илдәрендә флайкастинг менән күберәк ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә. Ә Евгения Рощупкина - Рәсәйҙә берҙән-бер чемпион. Яңыраҡ Норвегияла уҙған бәйгелә уның һөҙөмтәһе рекордҡа инә. Донъяның төрлө төбәктәренән йыйылған 70 ҡатнашыусы араһында иң юғары күрһәткес менән Евгения Рощупкина алтын миҙал яулай. Ә киләсәктә ҡатын Гиннестар рекордына инергә теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку