Өфөлә йәшәүсе ғаилә банк килешеүен  яңынан ҡарауҙарын һорап судҡа ғариза яҙған 11.09.2015

Ирле-ҡатынлы Рәхимовтар  бынан тиҫтә йыл самаһы элек  ипотекаға йорт һатып ала. Әммә бурыстарын ваҡытында ҡайтара алмай. Шунлыҡтан күп балалы ғаилә суд ҡарары буйынса  йортһоҙ ҡала. Шуға ҡарамаҫтан улар йорттан сығып китмәҫ өсөн төрлө мутлашыу юлдар эҙләй.

Береһенән-береһе бәләкәй өс ул тәрбиәләүсе Рәхимовтар ғаиләһендә  балаларҙы ҡараңғы төшкәнсегә тиклем, көн яҡтыһында  ашатып ҡалырға тырышалар. Аҙыҡ -түлек магазиндан һатып алына, ашарға бешерер өсөн шарттар юҡ. Бурыстар өсөн ут һәм газ биреү туҡтатылған.
Азамат Рәхимов, күп балалы атай: «Суд приставтары хеҙмәте һыу, газ, электр энергияһын һүндереп китте. Балалар менән беҙгә йәшәргә бирмәйҙәр».
Был йортто Рәхимовтар ғаиләһе 10 йыл элек   бер ниндәй ҙә ремонт үтмәгән килеш ипотекаға һатып алған.  Яҡшы ремонт үткәргәндәр, йортто йыһазландырғандар. Ғаилә өс ай дауамында кредит түләмәгән. Килешеү буйынса бындай осраҡта, улар йорттан күсенергә тейеш.
Ирина Рәхимова, күп балалы әсә: «Ошоға тиклем мин ете йыл дауамында 3 миллиондан ашыу проценттар түләнем ... Суд күсереү тураһындағы талапты ҡәнәғәтләндерҙе».
Рәхимовтарҙың бөгөндән күсеп китер урыны юҡ. Бурыстарҙы ҡаплау өсөн ғаилә  йыйған аҡсаларын да тотоноп бөткән. Рәхимовтар: "Беҙҙең бәлиғ булмаған балаларыбыҙ бар, шуға ла ҡанундар уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға тейеш ",тигән фекер яҡлы.
Валерий Шәрипов, юрист: «Бөгөнгө көндә юридик практикала аңлайышлы һәм ҡулайлы социаль практика барлыҡҡа килде. Минең ҡарамаҡҡа ул банк һәм беҙҙең республикала йәшәүсе граждандар мәнфәғәттәренә лә яуап бирә».        
Банк хеҙмәтендә бөтә осраҡҡа түбәндәгесә яуап бирәләр:  кредитҡа алынған мөлкәт торлаҡ  хаҡын тулыһынса түләп бөтмәйенсә шәхси милеккә күсә алмай. Өҫтәүенә был йорттан тыш Рәхимовтарҙың өҫтәмә торлағы булыуы ла асыҡланды.
Константин Леонтьев, Өфө банкының  проблемалы активтары менән эшләүсе бүлек етәксеһе: «Ғаилә атаһы теркәләгән йортта ,Өфөләге фатирында йәшәй ала, шулай уҡ был ғаиләнең «Олимп» торлаҡ комплексында  икешәр  берәр  бүлмәле фатиры бар. Был йорт банк мөлкәтенә күскәс, ҡанунды боҙоп, өсөнсө кешеләр, шул иҫәптән бәлиғ булмаған балалар теркәлгән. Был  осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза бирелгән, әле тикшереү бара».
Банк хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ғаиләне күсереү күп тапҡырҙар кисектерелеп торған. Рәхимовтар документтар буйынса  3 йыл үҙҙәренең мөлкәте булмаған йортта йәшәй.
5 йылдан ашыу банкка кредит түләмәүселәр, беҙҙең был йортҡа хоҡуғыбыҙ бар тигән ышаныста йәшәй. Бер йыл элек  банк йортто аукционда әлеге ваҡыттағынан ярты хаҡҡа кәмерәккә һатҡан. Ғаиләгә инфляцияны иҫәпкә алып, 4 миллион тирәһе хаҡ айырмаһы түләнгән.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика