Өфөлә йәшәүсе 13 һәм 14 йәшлек ике ҡыҙ юғалды

Өфөлә йәшәүсе 13 һәм 14 йәшлек ике ҡыҙ юғалды 11.08.2014

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Әминә Ғәлимова 8 августа билдәһеҙ кешеләр оҙатыуында Мәскәүгә юлланған. Шулай уҡ Валерия Леонтьеваның ошо ҡалаға китеүе ихтимал. Сөнки социаль селтәрҙәге яҙыуҙар буйынса ҡыҙ илдең баш ҡалаһына ҡасырға самалап йөрөгән.  

Өфөлә йәшәүсе Әминә Ғәлимова өс көн элек юғала. Ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, VIII класҡа күскән уҡыусы башҡа тиҫтерҙәре кеүек  социаль селтәрҙәрҙә ултырырға күнеккән. Әммә  кемдәр менән аралашыуына бер ваҡытта ла иғтибар бирмәгән. Һуңынан ғына ҡатын  «Бәйләнештә» сайтында фамилияһын үҙгәрткән ҡыҙының битенә юлыға.  
Мәскәүгә киткән тигән хәбәр алыу менән ҡыҙҙың яҡындары аэропорттағы видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан алынған яҙмаларҙы тикшерә. Ысынлап та, ошо уҡ көндө Әминә  Мәскәүгә осҡан самолетҡа ултыра.  Иртәгеһенә билдәһеҙ телефондан ҡыҙҙың әсәһенә смс-хәбәр килә. Унда «Ҡайғырмағыҙ, минең менән барыһы ла яҡшы» тигән яҙыу була.  
Йәкшәмбе Өфөлә тағы ла бер уҡыусының юғалыуы тураһында хәбәр килде. Лера исемле ҡыҙ  ата-әсәһенең баҡсала булыуын файҙаланып, өйҙән сығып киткән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Валерия ла Мәскәүгә китергә йыйынған. Уның менән бергә  шулай уҡ Пермдән 13 йәшлек Катя исемле ҡыҙҙың да  булыуы ихтимал.
Әле Лераның яҡындары, ирекмәндәр  Өфөнөң халыҡ күп йөрөгән урындарында ҡыҙҙың һүрәте төшөрөлгән иғландар йәбештерә. Әгәр ҙә юғалған үҫмерҙәр тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр булһа, уларҙың 02 телефонына шылтыратыуҙары һорала.  
Ҡыҙҙарҙың юғалыуында ниндәй ҙә булһа бәйләнеш бармы, юҡмы икәнлеген әлегә әйтеүе ауыр. Шулай ҙа балаларҙың ҡапыл ғәйеп булыуы тураһында хәбәр бар республика халҡын тетрәндерҙе. Ата-әсәләр иһә ҡыҙҙарының имен табыласағына өмөтөн өҙмәй.  
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку