Өфөлә йөҙөү үҙәге барлыҡҡа киләсәк 14.11.2014

Спорт объектын төҙөү мәсьәләһе Башҡортостан Президентының   күп тапҡырҙар Олимпия уйындары чемпионы Владимиром Сальников менән үткән осрашыуында тикшерелде.

Билдәле спортсы әле Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһын етәкләй. Фекер алышыу барышында,  төбәктә спорттың был төрөн үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Яҡын киләсәктә Башҡортостанда тиҫтәләп бассейн сафҡа инер тип көтөлә. Әммә бының өсөн  Өфөнөң 2021-се йылда үтәсәк Бөтә донъя уйындарын ҡабул итеүе мөһим. Бынан тыш, кадрҙар мәсьәләһе лә көнүҙәк һанала. Владимир Сальников  республикала йөҙөү спортын үҫтереү мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика