Өфөлә "Урал батыр" эпосына һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал 02.02.2017

Монумент проектын Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғарипов төҙөгән. Бөгөнгә изге башланғысты Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре һәм билдәле тарихсылар, фольклорсылар күтәреп алды. Уларҙың Ағиҙел йылғаһы ярында яңы объектты төҙөү пландары менән  беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

Ғорур баҫып торған Урал батырҙың һул ҡулында тере һыу тылсымы булһа, уңында - ете таж һүрәтләнгән ҡылыс! Йәнбикә менән Йәнбирҙенең улдары ҡарашы менән алға, киләсәккә ынтылған. Скульптор Хәйҙәр Ғарипов бөйөк эпосҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында студент йылдарынан уҡ хыяллана. Ниһәйәт был идея макетта сағылыш таба. Проект өс композицион өлөштән тора. Юғарыла - ике арыҫлан менән Урал батыр , аҫтараҡ фонтан комплексы. Уның үҙәгендә сабыйҙы күккә күтәргән ир менән ҡатын һынландырыласаҡ. Яр буйлап баҫҡыстан төшөү ҙә ҡаралған, ике яҡтан - халҡыбыҙҙың башҡа эпостарынан күренештәр урын аласаҡ.  

Һәйкәлдең проекты авторы Хәйҙәр Ғариповтың маҡсаты бойомға ашыуы ла ихтимал. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселеге билдәле тарихсылар, фольклорсылар менән түңәрәк өҫтәлгә йыйылып, "Урал батыр" эпосын архитектур ҡомартҡы булараҡ киләһе быуындарға еткереү идеяһын хупланы. Шул уҡ ваҡытта проектҡа   үҙгәрештәр индереү кәрәклеген дә билдәләне.  Бының өсөн эшсе төркөм дә булдырыу күҙаллана.

Һәйкәлде алдағы ике-өс йылда ҡуйырға кәрәк, тигән фекергә килде түңәрәк өҫтәлгә йыйылыусы ғалимдар. Проект буйынса, монументты Аэропорттан Өфөгә ингән урында, Ағиҙелдең бейек ярында ҡороу отошло булыр ине тигән фекерен дә әйтте..

Шул уҡ ваҡытта, Бөтә донья башҡорттары Ҡоролтайы "Урал батыр" һәйкәлен ҡайҙа ҡуйыу буйынса халыҡтан да тәҡдимдәр көтә.

Әлегә "Урал батыр" эпосын һынландырған һәйкәлдең Ағиҙел йылғаһы яры буйында урынлашыуы һорау аҫтында. Шулай ҙа инициатив төркөм ағзалары был башланғыс хуплау табыр тигән ышаныста. Кем белә, бәлки, Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев кеүек бөйөк әҫәрҙең төп геройы ла баш ҡала, республика ҡунаҡтарын сәләмләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика