Өфөлә тыуған рәссам Ян Крыжевский Рәсәйгә ҡайтты

Өфөлә тыуған рәссам Ян Крыжевский Рәсәйгә ҡайтты 01.12.2014

Яңылыҡтарҙың алдағы сығарылыштарында  Америкала йәшәүсе яҡташыбыҙҙың документтарһыҙ, ауыр тормош хәлендә тороп ҡалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был турала рәссамдың ҡыҙының Башҡортостан Президентына яҙған хатынан билдәле булды. Республика етәксеһе шунда уҡ совет рәссамына бөтә яҡтан мөмкин тиклем ярҙам итергә ҡушты.  

Ян Крыжевский 1948 йылда Өфөлә тыуған. 1969 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, 1970 йылдан алып Риганың Художество академияһында уҡый. Крыжевскийҙың ижади эшмәкәрлеге 1973 йылда башлана.  Ян Крыжевскийҙың эштәре Болгарияла, Финляндияла, Германияла, Францияла, Италияла күргәҙмәгә ҡуйыла. 1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарына күсеп китә, унда уның профессиональ карьераһы тәүге йылдарҙа уңышлы килеп сыға. Әммә ваҡыт үтеү менән  рәссам ауыр тормош хәлендә ҡала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку