Өфөлә торлаҡ йорттоң бер өлөшө ишелеп төштө 12.09.2014

Ғәҙәттән тыш хәл Коммунистик  урамы 37 адресы буйынса,  Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендә теркәлде. Бәхеткә, кеше ғүмеренә зыян килмәне. Йортта йәшәүселәр хәүефһеҙ урынға эвакуацияланды. Әле  уларҙың күбеһе йорттарына ҡайтыуҙан баш тарта, улар бина бөтөнләй ишелеп төшөүҙән ҡурҡа.

Йорттоң стенаһы ишелеүен Коммунистик урамы 37 адресы буйынса йәшәүселәр видеоға ла төшөрөп өлгөргән. Бәлә килерем тимәҫ, тигәндәй, был мәлдән бер нисә минут элек барыһы ла тыныс була. Фатирҙағылар эргәләге төҙөлөштәге гөрһөлдәүҙәргә күнегеп тә бөткән. Күршелә күләмле эштәр башланыу менән ихатала ауыр йөк машиналары ғәҙәти күренешкә әйләнде тип зарлана йортта йәшәүселәр.
Бәхеткә, кешеләр урамға сығып өлгөрә. Улар әйтеүенсә, тәүҙә көслө шатырҙау тауышы ишетелә, артабан тәҙрә яҡтары ҡыйшая һәм күҙ асып йомғансы бинаның бер өлөшө ишелеп төшә. Кеше ғүмерҙәренә зыян килеүен килмәгән, әммә күптәрҙең йөҙөнән һаман ҡурҡыу китмәгән. Альбина Литвинцева әле декрет ялында. Уның фатиры емерелә башлаған йорттан бер нисә метрҙа алыҫта урынлашһа ла, был күренеш уға тынғы бирмәй.
Төҙөүселәр ҙә йорт стенаһы ишелеү сәбәптәрен аныҡ ҡына әйтә алманы. Камераны күреү менән уларҙың күбеһе тырым-тырағай ҡасыуҙы хуп күрҙе, ҡалғандары  аҡланырға ғына тырышты.
Ваҡиға урынына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡотҡарыусылар, полиция наряды килеп етте. Йорт емерелеүенә бәйле булыуҙары шикле күренгән кешеләр шунда уҡ ҡулға алынды. Ваҡиға менән бәйле был тирәләге йорттарға зәңгәр яғыулыҡ биреү ҙә туҡтатылып торҙо.  Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре бөтөрөлөү менән улар яңынан селтәргә тоташтырыласаҡ тип ышандырҙы ҡотҡарыусылар.
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика