Өфөлә «Торлаҡ хужалығындағы иң яҡшы һөнәрмән» конкурсы үтте

Өфөлә «Торлаҡ хужалығындағы иң яҡшы һөнәрмән» конкурсы үтте 27.08.2014

Оҫталыҡ күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ойошторолған сара йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә ылыҡтырыу ниәтенән сығып та үткәрелә.

Столяр шөғөлө Мәжит Ғәлиәхмәтовтың йәштән һайлаған һөнәре түгел. Үткән быуаттың 90-сы йылдарҙағы сыуалышы, йәшәү шарттарын яҡшыртыу ниәте уны водитель эшен ташлап столяр булып китергә мәжбүр итә.
«Бөтә һөнәр ҙә яҡшы, йәнең теләгәнен һайла» тигән һүҙҙәр совет осорондағы төп девиздарҙың береһе ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн илдә эшсе һөнәрҙәр етешмәй. Был конкурс та йәштәрҙе юғары уҡыу йорттарында ғына түгел, профессиональ-техник училищеларҙа уҡырға өндәү.
Столяр йә токарҙар менән бер рәттән сварщик һөнәре лә зарарлы. Әммә тимер һәм ут менән дуҫлашып алғандар был шөғөлдө ғәҙәттә ғүмере буйына ташламай.
Бер нисә этапта үтеүсе конкурс шарттары ҡатмарлы ғына. Ни өсөн тигәндә, белгәнеңде тәүҙә ҡағыҙға яҙып, мәсьәлә сисеп күрһәтергә кәрәк.
Ҡарап тороуға бөхтә күренгән электромонтер һөнәре лә йылғыр хәрәкәт, тиҙ фекерләү талап итә. Һөнәр ярайһы уҡ хәүефле. Ни өсөн тигәндә, электр тогы менән эш итәһең. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү төп талап булып ҡала.
«Иң яҡшы һөнәрмән» конкурсының ҡала этабы тамам. Еңеүселәр 29 августа Өфөнөң «Химик» мәҙәниәт йортонда бүләкләнәсәк. Артабан инде конкурс республика кимәлендә үтәсәк.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика