Өфөлә үткән  әһәмиәтле сәйәси форумдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында онлайн-режимда яҡтыртылып барҙы 10.07.2015

Шулай уҡ «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре халыҡты ваҡиғалар үҫеше менән даими таныштырып торҙо. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла республика төп телеканалының техник яҡтан заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы ярҙамында мөмкин булды.

Әйтергә кәрәк, был көндәрҙә күсмә телевизион станциялар баш ҡала  аэропортында, Конгресс-холда,  матбуғат үҙәгендә, шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләне.  Ә инде  саммиттарҙы яҡтыртыусы барлыҡ журналистар ҙа  экрандар аша барлыҡ мөһим осрашыуҙар һәм унда яңғыраған белдереүҙәрҙе ваҡытында яҙып барҙы. Бынан тыш,  донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе беҙҙең коллегалар  үҙ материалдарында телевизион картинкаларҙы файҙаланды.  
Әлиә Ғаянова, Башҡортостан юлдаш каналының элемтә буйынса баш белгесе: «Беҙҙең компания Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә саммиттарҙы телевизион яҡтан яҡтыртыу өсөн техник шарттарҙы әҙерләүҙә ҡатнашты. Ошо үҙәктән телевизион сигналды донъяның барлыҡ илдәренә лә еткерергә мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика