Өфөлә «Таҙа автомобиль» акцияһы старт алды 02.06.2015

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ай дауамында транспорт сараларының һәм уларға беркетелгән дәүләт номерҙарының таҙалағына иғтибар йүнәлтәсәк.

Был турала үҙ блогында республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдерҙе. Уның иҫкәртеүенсә, дөрөҫ ҡуйылмаған йәки уҡып булмаған номерҙар өсөн закон буйынса 500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Ә юлдарға зыян килтергән, шул иҫәптән юл ҡатламын бысратҡан водителдәргә биш меңдән 10 мең һумға, вазифалы шәхестәргә 25 мең, юридик ойошмаларға 300 мең һумға тиклем штраф янай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика