Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына 43 көн ҡалды 26.05.2015

Башҡортостанда донъя халыҡтары ҡатнашасаҡ күләмле сараға әҙерлек дауам итә. Быға бәйле төрлө бәйге-конкурстар ойошторола, булғандарына йомғаҡ яһала.

Бөгөн мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» мәғлүмәт һәм йыр программаһы туғыҙынсы телевизорын бүләк итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән башлап тамашасылар БРИКС илдәренә ингән төбәктәрҙең милли аш-һыуҙарын әҙерләне. Оҫтабикәләр бешеренеп-төшөрөнөүҙәрен фотоға төшөрөп интернеттағы махсус төркөмгә һала барҙы. Һәр ай аҙағында «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре тауыш биреү һөҙөмтәһендә тик бер кешене генә һайлап алып төп призды бүләк итте. Бөгөн, ниһайәт, туғыҙынсы телевизор ҙа үҙ хужаһын тапты. Баш ҡалала йәшәүсе Гөлназ Мәүлиханова Таджикистан иленең милли аш-һыуҙарын тәҡдим итте. Әйткәндәй, сираттағы еңеүсе конкурсҡа тип бер-нисә милли тәм-томдар бешерҙе. Бәйгегә килгән эштәр араһынан еңеүсене һайлап алыу еңелдән бирелмәне, ти «Сәләм»дәр.
Ә инде «Сәләм» тапшырыуының ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған «Донъя аш-һыуҙары» проектына ошо аҙнала йомғаҡ яһала. Йома көндө туғыҙ телевизор менән бүләкләнгән туғыҙ кеше республика шифаханаһына путевка отоу өсөн һынау тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика