Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС самиттарында эшләйәсәк волонтерҙарҙың исемлеге 1 мартта билдәле буласаҡ 20.02.2015

Әле ирекмәндәр һайлап алыуҙың финал этабын үтә, улар менән әңгәмәләшеү бара. Дәғүәселәр 20 минут эсендә үҙҙәре менән таныштырырға, сит телдә аралашыу оҫталығын күрһәтергә тейеш. Төп иғтибар ҡатмарлы хәлдәрҙән сыға белеү оҫталығына, яуаплылыҡҡа йүнәлтелә.

«Волонтер-2015»  программаһы етәксеһе Диана Вәлиева билдәләүенсә, әңгәмәләшеү волонтер менән танышыуҙың иң һөҙөмтәле алымы. Ул 22 февралгә тиклем дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, самиттарҙа волонтер булып эшләр өсөн  9500 кеше ғариза биргән, уларҙың  ике меңдән ашыуы  дистанцион уҡыу курсы үткән. Ғөмүмән, халыҡ-ара саммиттар барышында эшләр өсөн 500 волонтер талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика