Өфөлә суицидҡа ҡаршы пикет ойошторолдо

Өфөлә суицидҡа ҡаршы пикет ойошторолдо 22.06.2015

Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә инициатив төркөм  плакаттар күтәреп сыҡты.

Улар теләһә ниндәй проблеманан  да сығыу юлдары бар, төшөнкөлөккә бирелеүселәргә ваҡытында   ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәклеген  оноторға ярамай, тигән фекер белдерҙе. Борон ислам дине ҡанундары буйынса үҙ-үҙеңде үлтереү иң ҙур гонаһ тип һаналған. Үҙ ғүмеренә ҡул һалыусыларҙы зыяраттан ситтә ерләгәндәр. Улар араһында   йәштәрҙең, бәлиғ булмаған балаларҙың булыуы икеләтә ҡыҙғаныс.  Бында рухи көсһөҙлөк, сабырлыҡтың юҡлығы, бәләкәй генә проблеманы тауҙай итеп тойоу, ғаилә мөнәсәбәттәренең ҡатмарлашыуы, эскелек, наркомания ише алама ғәҙәттәр алда тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку