Өфөлә сираттағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре тамамланыу алдында

Өфөлә сираттағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре тамамланыу алдында 06.09.2016

Ике меңдән ашыу йорттоң йылытыу системаһына  таҙартылған  һыу тултырылған. Яңы миҙгелгә ҡалала бөтәһе  31 саҡырым оҙонлоҡтағы торбалар алыштырылған. Иҫкергәндәре урынына  яңы  полиуретан торбалар һалына. Улар  йылылыҡты һаҡлау буйынса экономиялы, шулай уҡ оҙағыраҡ хеҙмәт итеүсән.

Яңы технология  10-15 йылға иҫәпләнгән.  Участкаларҙа төҙөкләндереү сентябрь урталарына тамамланыр тип көтөлә. Был хаҡта бөгөн ҡала хакимиәте ултырышында билдәләнде.      
Быйыл баш ҡалала 410 күп ҡатлы йорт  «Адреслы  капиталь ремонт» программаһы буйынса  төҙөкләндерелгән. Йәй миҙгелендә ремонт менән бәйле,  өйҙәргә йылы һыу биреү туҡтатылып тора. Уның ваҡыты 14 көндән артмаҫҡа тейеш. Әгәр ошо ваҡыттан оҙайһа, ғариза менән  урындағы идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Артыҡ түләнгән аҡсаны кире иҫәпләтеп ҡайтарып алырға була.   Кәңәшмәлә  күршеләр иҫәбенә йәшәүселәрҙең йәки һыу, йылылыҡ һәм башҡа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәүселәрҙең бирәсәге  барлығы ла билдәләнде. Фатир хужаларының ике -өс йыл буйы йыйылған бурысы  2 миллиардтан  ашып киткән. Әммә уға ҡарамай, йорттарға йылы ваҡытында биреләсәк. Ул биш тәүлек буйына һауа температураһының йылылығы 8 градустан күтәрелмәгәндә атҡарыла.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика