Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙә ҡатнашасаҡ ирекмәндәр өсөн сираттағы күнекмә үтте

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙә ҡатнашасаҡ ирекмәндәр өсөн сираттағы күнекмә үтте 13.04.2015

Сарала 900-гә яҡын кеше ҡатнашты, уны халыҡ-ара белем биреү технологиялары үҙәге етәксеһе Анна Фельдман етәкләй.

Тренингҡа саммиттарға әҙерләнеүсе 500 ирекмәндән тыш,  резервтағы йәштәр ҙә саҡырылды. Ғәҙәттәгесә, ҡатнашыусылар командала эшләргә, яуаплылыҡҡа, ҡунаҡтар менән уртаҡ тел табырға өйрәнә. Ҡатнашыусылар уҡыу процесы күңелле үтеүен билдәләй.
Күнекмәләр уйын формаһында ойошторолған. Был егет-ҡыҙҙарға үҙҙәрен иркен тойорға, бер-береһе менән яҡындан танышыу мөмкинлеген дә бирә. Тренинг кәрәкле белем дә биреп кенә ҡалмай, юғары оҫталыҡҡа ла өйрәтә. Әйтергә кәрәк, халыҡ-ара самиттарҙа бөтәһе 9 мең 500 кеше ирекмән булыу теләген белдергән, уларҙың 3 мең 500-е ситтән тороп уҡыу курсы һәм әңгәмә үткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку