Өфөлә «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы еңеүселәре билдәләнде 11.11.2015

Бүләкләү тантанаһы йыл һайын Бөтә донъя сифат көнө алдынан үтә.

Быйыл конкурстың финалына 90-дан ашыу төр тауар етештергән һәм хеҙмәт күрһәткән 50-гә яҡын предприятие сыҡты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, юғары сифатлы продукция  иҡтисади үҫештең нигеҙе булып тора. Конкурс сифатҡа етди иғтибар биргән  ойошмаларҙы билдәләү һәм башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу маҡсатында үткәрелә. Бүләкләнеүселәр араһында ҡеүәтле предприятиелар менән бер рәттән  матбуғат саралары бар.   Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Фән 102» программаһы һәм «Тамыр» алалар-үҫмерҙәр телеканалының әҙерләгән һыу тураһындағы тапшырыуы еңеүселәр исемлегендә.
Татьяна Никитина, «Тамыр» балалар телеканалы мөхәррире: «Балалар ҙа сифат  хаҡында белергә тейеш. Мәҫәлән, ҡайһы бер  кескәйҙәр крандан һыу эсә, икенселәре уны зарарлы тип иҫәпләй. Беҙҙең тапшырыу ошондай  һорауҙарға яуап бирә, төрлө тикшереүҙәр, эҙләнеүҙәр алып бара. Программа бик фәһемле. Сифат буйынса еңеү яулауыбыҙ беҙҙең өсөн оло шатлыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку