Өфөлә оло йәштәге ханым урамда осратҡан сүп-сарҙы йортона ташый 16.01.2016

Күршеләре уның фатирынан килгән насар еҫкә зарлана. Бынан тыш, торлаҡта йыш ҡына ханымдың яҡындары байрам итергә ярата. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларға штраф һалыуҙан башҡа бер нәмә лә эшләй алмай. Хужаларҙы фатирҙағы сүп-сарҙы сығарырға мәжбүр итергә бер кемдең дә  хоҡуғы юҡ.  

Екатерина Печенкина  сүп-сар йыйыуын, фәҡирлектә йәшәүселәргә ярҙам итергә теләүе менән аңлата. Уның фатирының яртыһы теләһә ниндәй әйбер менән тулған. Был төргәктәрҙә, ҡумталарҙа нимә ятыуын хужабикә үҙе лә хәтерләмәй. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, оло йәштәге ханым уларҙың кәрәкле әйбер булыуын раҫлай.
Валентина Печенкина, Рабкоров урамы 2/3 йортта йәшәүсе: «Дөрөҫөн әйткәндә, подъезд алдында берәй әйбер ҡалдырыуға, мин уны фатирыма индерәм дә, ҡалғандарға таратам да таратам. Кешеләргә ярҙам итергә күнеккәнмен. Мохтаждарға уйынсыҡтарҙы ла, әйберҙәрҙе лә ташыйым. Кемдәрҙеңдер өс, биш балаһы бар. Уларға әйбер бирәм».
Ләкин кемдәргә ярҙам күрһәтеүе тураһында ханым аныҡ ҡына әйтә алманы. Шулай ҙа сүплеккә оҡшаған фатир тураһында подъезда йәшәүселәрҙең барыһы ла белә. Өҫкө ҡатта йәшәүселәрҙе  күршеләренең шаулауы ялҡытып бөткән.
Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары ла сәйер күршеләр менән ҡыҙыҡһына башлаған. Тыныслыҡты боҙған байрамдар өсөн протокол төҙөлә.
Ләкин өс бүлмәле фатирҙа сүплек ойошторған өсөн протокол төҙөп булмай. Плюшкин синдромы менән йышыраҡ яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр интегә.Ҡыҙғанысҡа, уларҙың торлаҡта сүп-сар йыйыуы күрше фатирҙа йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Бәлки, бындай осраҡта полицияға түгел, ә  квалификациялы медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәрәктер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика