Өфөлә наркотиктарҙың  әйләнешен контролдә тотоу буйынса ҡыҙыу линия эшләй 17.11.2015

«Үлем менән сауҙа итеүсе тураһында хәбәр ит!» акцияһы йыл  башында старт алды. Ҡыҙыу линияға халыҡ   әүҙем ҡушылған, һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә  енәйәт ҡыҫҡа ваҡытта асыҡланған.  

Әдүс Йәғәфәров, наркотиктарҙың әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығының бүлек етәксеһе:  «Акцияның беренсе этабында-  16 марттан  27-һенә тиклем   наркотиктарҙы контролдә тотоу, эске эштәр органдарына, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф  һәм башҡа учреждениеларҙың  ышаныс телефондарына  700-ҙән ашыу хәбәр килгән. Уларҙың күбеһе  наркотиктарға бәйле».
Наркотиктарҙың  әйләнешен контролдә тотоуҙың ышаныс  телефоны  250-20-30. Ошо һандарҙы йыйып тыйылған матдәләргә  бәйле енәйәт тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика