Өфөлә машина эшләүселәр  көнө алдынан хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде 23.09.2015

Дәүләт наградалары менән  тармаҡтың тиҫтәләгән предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.

Башҡортостан машиналар эшләү тармағы менән лайыҡлы ғорурлана ала. Республикала бай тарихлы, ҡеүәтле предприятиелар эшләй. Ләкин машиналар эшләү тармағы иҡтисадтағы һәр тирбәлеүҙәргә һиҙгер. Шуға күрә хәҙерге тышҡы сәйәсәт был предприятиеларҙан тағы ла һөҙөмтәлерәк эшмәкәрлек талап итә. Көнбайыштың санкциялары импортты алмаштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Роман Калякулин, Башҡортостандың машиналар эшләү тармағы профсоюздары ассоциацияһы рәйесе: «Һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға мохтажлыҡты арттырҙы ғына. Илдә  машиналар эшләү тармағын йәнләндермәй тороп был көрсөктән сығыу икеле. Һуңғы арала Башҡортостандағы предприятиеларға  импортты алмаштырыу буйынса  дәүләт заказдары килә башланы».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика