Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шыршы байрамы уҙҙы

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  шыршы байрамы уҙҙы 30.12.2015

Ул неврология һәм ортопедия үҙәктәренең береһендә ойошторолдо.

Катяның Яңы йылға шиғыр һөйләй алыу үҙе өсөн дә, әсәһе менән табиптарға ла ҙур бүләк. Ҡыҙ дүрт йәшенә тиклем  һөйләшә алмаған. Өфөләге неврология һәм ортопедия үҙәгенә йөрөй башлағас ул тәүҙә  һүҙҙәр өйрәнә, һуңынан   һөйләшә башлай. Телмәрендә әҙерәк ҡытыршылыҡтар бар, әммә Яңы йыл шыршыһына шиғыр ятлай алыуынан да ҙурырыаҡ һөйөнөс бармы икән?  
Ольга Ханжина, Катяның әсәһе: «Ҡыҙым церебраль фалиждан интегә ине. Шыуышып ҡына йөрөнө. Был үҙәккә йөрөй башлағас масссаж ярҙамында атлай башланы, теле лә асылды.Дөйөм мәктәпкә барырға уйлайбыҙ».  
Өфөлә  реабилитация үҙәгендә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Яңы йыл байрамы ойошторолдо. Үҙәккә йөрөүсе сабыйҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотланы. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.
Ата-әсәләр ҙә шатлығын йәшерә алмай. Уларҙың сабыйҙары башҡалар кеүек  балалар баҡсаһына, мәктәпкә  йөрөй алмай. Шуға  Яңы йылда байрам  кисәһе ойоштороу бик кәрәкле ине, ти улар.        
Яңы йылдан барыһы ла мөғжизә көтә. Ә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгәндәрҙең  яҡындарының бер хыялы бар -  улар бөтә балаларға ла  һаулыҡ теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку