Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар бушлай үҫтереүсе үҙәккә йөрөй ала 07.02.2017

"Мәрхәмәт" балалар үҫеше үҙәгендә шөғөлләнеүселәр өсөн "Изгелек сәғәте" акцияһы башланды. Сара мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторола.

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр махсус уйын майҙансығында уйнап ҡына ҡалмай, ә үҙ тиҫтерҙәре менән аралаша. Проект авторҙары ниәте лә шулай, бындай майҙансыҡтар урам ихата майҙансыҡтарын алыштырырға тейеш. Сөнки мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар-малайҙар күп осраҡта һау балалар араһында юғалып ҡала.

Майҙансыҡ та бөтә нимә йомшаҡ, аттракциондар тикшерелгән, хатта мөйөшкә барып бәрелеү ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Урам ихаталарындағы кеүек бында ата-әсәйҙәргә балам ҡолай, тип   хәүефләнәһе түгел. Майҙансыҡҡа аутизм сиренән яфаланған игеҙәк Данилл менән Дамир ҙа килгән, балаларының ҡәнәғәт йөҙөнән олаталары ла шат.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙәккә аҙнаһына бер тапҡыр бушлай йөрөү мөмкинлегенә эйә. Әлегә акция фонд тәрбиәләнеүселәре өсөн генә эшләй.

Беҙҙең фондта 250 бала иҫәпләнә. Майҙансыҡта бер нисә тематик урын булдырылған, кескәйҙәр - беренсеһендә, алты йәштән ун ике йәшкә тиклемгеләр икенсе майҙансыҡта уйнай. Проект республикабыҙ өсөн генә түгел, Рәсәйҙә лә бик уникаль.

Үҙәктең тәүге "Изгелек сәғәте" тиҫтәләгән сабыйға яҡшы кәйеф бүләк итте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, киләсәктә уйын майҙансығына фонд тәрбиәләнеүселәре генә түгел, ә башҡа мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа йөрөй аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика