Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо 22.09.2014

Баш ҡалала  беренсе тапҡыр уҙғарылған сарала күреү һәләте сикләнгәндәр өсөн мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Улар бейеүҙән тыш, йөҙөү һәм еңел атлетика менән шөғөлләнә, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Ойоштороусылар киләсәктә балаларға каратэ, һауа гимнастикаһы серҙәрен асырға ниәтләй.

Юлия Денисова, бейеү һәм фитнес буйынса тренер: «Бейеү студияларында мөмкинлектәре сикләнгәндәр һирәк осрай. Уларға бейеү менән шөғөлләнеү мөһим. Был уларҙың һәләттәрен аса, һығылмалыҡты яҡшырта».


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика