Өфөлә локаль бәрелештәрҙә һәм хәрби конфликттарҙа һәләк  булған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә һәйкәл асылды 12.12.2015

Ул баш ҡаланың Степан Кувыкин  урамында урынлашты.

Был Өфөлә асылған иң халыҡсан һәйкәл тип әйтергә мөмкин. Сөнки  уны  һалыуҙа  яугир-интернационалистар үҙҙәре әүҙем ҡатнаша.  Башланғыс «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Объектты урынлаштырыу майҙаны ла осраҡлы ғына һайланмаған.   Эргәләге дүрт йортта  Афғанстан менән Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған дүрт яугир йәшәгән.Төҙөлөш майҙаныда эш яҙ көнө башлана,  хәрби дан  аллеяһы әҙерләнә,  бордюрҙар яңыртыла, тротуар плиткалары һалына, эскәмйәләр урынлаштырла, ағастар ултыртыла. Һәйкәлдең  проектын Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш факультеты студенттары әҙерләй. Хәҙер бында һәр кем килеп  локаль бәрелештәрҙә һәм хәрби конфликттарҙа һәләк булыусыларҙы иҫкә алырға мөмкин.  Тантанала билдәләнеүенсә, һәйкәл асылыуы йәш быуын  өсөн дә мөһим, улар бөгөнгө заман геройҙарын белеп үҫергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика