Өфөлә Халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттарына төҙөлгән тәүге ҡунаҡхана тулыһынса әҙер

Өфөлә Халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттарына төҙөлгән тәүге ҡунаҡхана тулыһынса әҙер 27.02.2015

Гоголь урамындағы   ун ҡатлы «Атола» отеле  архитектураһы менән үҙенсәлекле. 108 бүлмәле ҡунаҡханала  бер урынлыҡ стандарт номерҙарҙан алып  люкс, президент  класлыларына тиклем бар. Һуңғылары биш бүлмәле -  эш һәм әңгәмәләр өсөн махсус кабинеттар менән... Улар бөтәһе лә классик стилдә  йыһазландырылған.  Һигеҙ мең квадрат метрлы ҡунаҡханала ресторан, конференц-зал урынлашҡан. Отель Халыҡ-ара Шос һәм Брикс саммиттарына махсус һалынған. Төҙөлөшкә алты йөҙ миллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән.  

Руслан Мирсаяпов, Башҡортостан республикаһы министры: «Ҡунаҡханаларҙы саммиттарға тиклем сафҡа индерәбеҙ. Был алдан уларҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау маҡсатында  эшләнә. Килгән ҡунаҡтарға йәшәү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған булырға тейеш. Ҙур сараға тиклем бөтә ҡунаҡханалар ҙа һалынып бөтә, март аҙағында тағы береһен асыу ҡаралған…»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку