Өфөлә көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең күләмле уҡыуҙары үтте

Өфөлә көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең күләмле уҡыуҙары үтте 28.01.2015

Полицияның Орджоникидзе бүлеге базаһында ойошторолған күнекмәләр ваҡытында шартлы террорсылар  ҡоралһыҙландырылып, аманатлыҡҡа алыныусылар азат ителде.  

Сара барышында хоҡуҡ һаҡлау органы, ҡотҡарыусылар,  эске ғәскәр һәм хөкөм ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыу хеҙмәтенең берлектәге эш итеү алымдары ҡаралды.  Сценарий  буйынса, енәйәтселәрҙең  маҡсаты  полицияның ҡорал арсеналын ҡулға төшөрөү. Шулай ҙа көс структураларының  көйлө эш итеүе һөҙөмтәһендә  террорсыларҙың бар ниәте селпәрәмә килде.
Шулай уҡ билдәһеҙ кешеләр ҡунаҡхананы баҫып алып, үҙҙәренең әшнәләрен иреккә сығарыуҙы талап итә. Махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре ерҙән дә, һауанан да бинаны  ҡамай.  Һөҙөмтәлә амантҡа алыныусылар азат ителә,  енәйәтселәр  ҡулға алына.  Бынан тыш, хоҡуҡ һағында тороусылар шартлы мина һалынған автобус пассажирҙарын да үлемдән аралап ҡалды. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Михаил Закомалдин, бындай күнекмәләрҙең әһәмиәтен юғары баһаланы. Республика быйыл күләмле саммиттарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Шуға ла  берлектәге уҡыуҙар хәүефһеҙлек сараларын тағы ла  көсәйтергә ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку