Өфөлә күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтары ҡарҙан таҙартыла 20.02.2017

Эш ҡаланың барлыҡ  районында ла ойошторолған. Торлаҡ-файҙаланыу идаралағы хеҙмәткәрҙәре, күп ҡатлы йорта йәшәүселәр законһыҙ урынлаштырған балкон ҡыйыҡтарын, унда эленеп торған боҙбармаҡтарҙан да таҙартыу кеүек өҫтәмә эштәр башҡара. Билдәле булыуынса, халыҡ үҙ торлағын үҙе хәстәрләргә бурыслы. Ләкин улар идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә һылтанып, тәҙрә төбөндәге ярты метрлыҡ ҡарҙы этеп төшөрә алмай.

Андрей Бычков, Өфөнөң торлаҡ хужалығының бүлек етәксеһе: «Гражданлыҡ кодексы»на ярашлы, йорт тәҙрәһе төптәренә, балкон ҡыйығына йыйылған ҡарҙы таҙартыу йорт хужалары иңендә.  Сөнки ул халыҡтың шәхси милке һанала. Торлаҡ-файҙаланыу идаралағы хеҙмәткәрҙәре көҙ айҙарында уҡ күп ҡатлы йортта йәшәүселәр менән аңлатыу эштәрен алып барҙы. Ләкин эш тейешенсә башҡарылмай».
Шуға ла торлаҡ-файҙаланыу идаралығы йорт балкондарын таҙартыу өсөн өҫтәмә эш башҡарырға мәжбүр. Әлеге ваҡытта бының өсөн махсус уҡыу үткән 400-ләп кеше йәлеп ителгән. Эште хеҙмәткәрҙәр февраль аҙағына тиклем тамамлауҙы күҙ уңында тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика