Өфөлә июлдә үтәсәк саммиттарға әҙерлек сиктәрендә ирекмәндәр һайлап алыу дауам итә

Өфөлә июлдә үтәсәк саммиттарға әҙерлек сиктәрендә ирекмәндәр һайлап алыу дауам итә 16.03.2015

Был юлы ул Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыусы бер төркөм сит ил студенттары араһында ойошторолдо.

Быға тиклем кастинг Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусылар араһында уҙғайны. Рәсәй йәштәре берлегенең Башҡортостан бүлеге үткәргән сарала саммиттарҙа эшләргә теләүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар менән әңгәмә уҙҙы. Ирекмәндәргә талаптар юғары. Улар инглиз йәки башҡа сит телде белергә, Башҡортостан һәм Рәсәй тарихы, шулай уҡ саммитта ҡатнашасаҡ илдәрҙең мәҙәниәте менән дә яҡшы таныш булырға тейеш.  Бынан тыш, буласаҡ ирекмәндәр үҙҙәрен ышаныслы тоторға, ҡунаҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, сит ил вәкилдәре менән аралашҡанда көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку