Өфөлә июлдә үтәсәк саммиттарға әҙерлек сиктәрендә ирекмәндәр  һайлап алыу дауам итә 13.02.2015

Бөгөн сарала ҡатнашырға теләүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар әңгәмә үтте. Был эште Рәсәй йәштәре берлегенең Башҡортостан бүлеге алып бара.

Саммиттарҙа ирекмән булыу теләге белдергән йәштәрҙең 2 меңе тәүге  һайлау этабын үткән. Хәҙер улар  әңгәмә ҡорорға тейеш. Был этап инде бер нисә көн дауам итә, әлегә 300-гә яҡын егет һәм ҡыҙ үҙ белемен һынаған. Кандидаттар  саммиттарҙа ҡатнашыу яңы тәжрибә бирер тип ышана.
Ирекмәндәргә талаптар ҙа төрлө. Мәҫәлән, инглиз йәки башҡа сит телде, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең тарихын белеү, шулай уҡ саммитҡа киләсәк илдәрҙең мәҙәниәте менән дә таныш булыу мөһим. Бынан тыш, кандидаттар үҙҙәрен ышаныслы тоторға, ҡунаҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Сөнки сит ил вәкилдәре менән аралашҡанда төрлө көтөлмәгән хәлдәрҙең булыуы ла күҙ уңында тотола.
Диана Вәлиева, Башҡортостан буйынса Рәсәй йәштәре берлеге рәйесе: «Ирекмән булыу теләген 9 меңдән ашыу кеше белдерҙе. Хатта күрше төбәктәрҙән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар ине. Беҙ кандидаттарҙың был тиклем күп булыуын көтмәгәйнек, ләкин был беҙҙең өсөн яҡшыраҡ та. Хәҙер иң абруйлыларын һайлап аласаҡбыҙ. Әңгәмәләр 22 февралгә тиклем дауам итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика