Өфөлә ирекмәндәр Бөйөк Еңеүгә арналған флешмоб уҙғарҙы 08.04.2015

Шулай уҡ «Еңеү паркы»нда һуғыш йырҙары яңғыраны, хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубтарының күрһәтмә сығыштары үтте. Унда йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Еңеү паркында - сираттағы флешмоб. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, йәш быуын вәкилдәре, баш ҡала халҡы «победа» һүҙенең тәүге хәрефе – «П» фигураһына теҙелеп, бергәләп «Еңеү» йырын башҡарҙы. Шулай уҡ сарала оло йәшкә еткән яугирҙар сығыш яһаны, улар үҙҙәренең яу юлы хаҡында һөйләне.  
Флешмоб Өфө ирекмәндәре тарафынан ойошторолдо. Акцияның маҡсаты йәштәрҙе волонтерлыҡ эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, быуындар бәйләнешен нығытыу. Сара сиктәрендә йыйылған халыҡҡа өсмөйөшлө хаттар ҙа таратылды, унда һуғыш геройҙары хаҡында мәғлүмәт яҙылған.
Паркка ял итергә килгән халыҡ флешмобтан ҡәнәғәт ҡалды. Бигерәк тә, оло быуын вәкилдәре «Йәштәр дөрөҫ йүнәлештә бара!»-тине.
Еңеү ҡәҙерен йәштәр яҡшы белә. Сарала ҡатнашыусылар «етмеш» фигураһына теҙелеп баҫып, ветерандарға оло рәхмәтен белдерҙе, «Берҙәмлектә көс»,- тине ирекмәндәр.
Сара аҙағында Хәтер шәмдәре яндырылды. Флешмобта ҡатнашыусылар уларҙы һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең исемлеге яҙылған  таҡтаташҡа ҡуйҙы. Әйткәндәй, ирекмәндәр Еңеүҙең етмеш йыллығына тиклем тағы бер нисә сара уҙғарырға ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика