Өфәлә инвалидтар өсөн автомобилдәр ҡуйыу урындары тикшерелде

Өфәлә инвалидтар өсөн автомобилдәр ҡуйыу урындары тикшерелде 29.01.2015

Ҡала хакимиәте вәкилдәре юл-патруль инспекторҙары менән берлектә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тәғәйенләнгән туҡталҡалар буйлап рейдҡа сыҡты.
Асыҡланыуынса, ҡала урамдарында инвалид билдәһе ҡуйылған парковкаларҙың береһе лә буш булмай сыҡты. Мөмкинлектәре сикләнгән водителдәр тимер атын кәрәкле бинанан байтаҡҡа алыҫта ҡалдырырға мәжбүр.

Инвалидтарға тәғәйенләнгән туҡталҡаларҙа автомобилен ҡалдырыусыларға өс мең һумдан биш мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Бынан тыш, ҡағиҙә боҙоусының машинаһын штраф туҡталҡаһына алып китәсәктәр. Был осраҡта водителде өҫтәмә сығымдар көтә. Уға эвакуатор саҡыртҡан өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Ә бына махсус туҡталҡаның тәүге ун ике сәғәте закон нигеҙендә хәҙер бушлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика