Өфөлә илленән ашыу законһыҙ төҙөлөш осрағы теркәлгән

Өфөлә илленән ашыу законһыҙ төҙөлөш осрағы теркәлгән 14.04.2015

Бөгөн Дөйөм  Рәсәй халыҡ фронтының  Башҡортостан төбәк  бүлексәһе ағзалары  Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре менән  бергә законһыҙ төҙөлөштәр буйлап рейд үткәрҙе. Шау-шыу тыуҙырған объекттарҙың береһе -  Тихорецкая, 40  адресы буйынса урынлашҡан. «Интеграл» ойошмаһы бында бер ай элек йорт һала башлаған. Асыҡланыуынса, төҙөлөштөң рөхсәт  ҡағыҙы юҡ. Бер нисә-көн элек кенә гөрләп торған  майҙанда  эштәр туҡтатылған-туҡтатылыуын.  Йорттоң нигеҙе бар. Әле күпме кеше унан фатир һатып алғанлығы аныҡ ҡына билдәһеҙ.        

Руслан Ғиззәтуллин,  Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы: «Законһыҙ төҙөлөш барған объекттан  фатир һатып алыусылар өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусы түгел, ә инвестор булараҡ ҡабул ителә. Йортҡа инженер селтәрҙәре,  коммуникациялар ҙа үткәреп булмаясаҡ, ғөмүмән, бындай йорттан торлаҡ алыу баш бәләһенә әйләнә».
Законһыҙ төҙөлөштәрҙең  күбеһендә суд ҡарарҙары нигеҙендә эштәр туҡтатылған да инде. Өфөлә тағы утыҙҙан ашыу объектты тикшереү күҙаллана. Намыҫһыҙ рәүештә төҙөлөш алып барыусы ойошмалар рөхсәт ҡағыҙы юлларҙан алда  фатир һатыу тураһында иғлан биреп аҡса йыя. Белгестәр төҙөләсәк йорттан фатир алырға теләүселәргә иң тәүҙә уның законлымы-юҡмы икәнен белешергә  кәңәш итә. Был турала тулыраҡ  Интернетта «стройкиуфы нөктә РФ». сайтында танышырға була.  Унда төҙөлөшкә рөхсәте булмаған  объекттар исемлеге күрһәтелеп бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика