Өфөлә ике яңы баржа файҙаланыуға тапшырылды

Өфөлә ике яңы баржа файҙаланыуға тапшырылды 13.11.2014

Судно төҙөү һәм төҙөкләндереү заводы өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға. Сөнки  заводта 20 йыл буйы йылғаға яңы йөҙөү ҡоролмалары төшөрөргә тура килмәгән.

Яңыртылған баржа ҡайтанан Ағиҙел йылғаһына төшә. Ул тулыһынса төҙөкләндерелгән, бар деталдәре лә алмаштырылған, тик номерҙары ғына иҫке, тип шаярта судно төҙөү һәм төҙөкләндереү заводы хеҙмәткәрҙәре. Йөк ташыуҙа  алмаштырғыһыҙ һыу транспортын тулыһынса ремонтлауға тиҫтәләрсә миллион һум аҡса тотонолған. Ошондай уҡ судно күптән түгел Благовещен ҡалаһында ла файҙаланыуға тапшырылған.
Судно төҙөү һәм төҙөкләндереү заводындағы һыу транспортының 80 проценты сафтан сыҡҡан. Уларҙы тулыһынса ремонтларға, яңыларын һатып алырға кәрәк. Бының өсөн инвесорҙарҙы йәлеп итеү зарур. Мәсьәлә үткән аҙнала  Ҡытайҙа уҙған Башҡортостандың бизнес көндәрендә лә тикшерелгән.
Башҡортостан йылғаларға бай. Уларҙың тәрәнлеге лә ҙур баржаларға һәм судноларға үтергә ҡамасауламай. Шуға ла судно төҙөү индустрияһын үҫтереү зарур.
Ошо баржа 1 мең ярым тонналыҡ йөк күтәрә ала. Күреүегеҙсә, уның башында махсус ҡапҡастар бар. Улар йөктө һыуҙан һаҡлай. Транспорт һыу юлдары буйынса Мәскәү, Санкт Петербург, Әстрхан ҡалаларына тиклем барып етә.
Киләсәктә судно төҙөү һәм төҙөкләндереү заводы иҫкергән транспортты ремонтлап яңынан ҡуллана башларға ниәтләй. Башҡортостанда был индустрия үҫешер һәм завод яңынан аяҡҡа баҫыр тигән ышаныста завод хеҙмәткәрҙәре.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку