Өфөлә иң яҡшы ихата  конкурсы еңеүсеһе асыҡланасаҡ 09.03.2017

Конкурста беренсе урын аласаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы интернет тауыш биреү аша билдәләнә. Өфөнөң Дим районында ла был конкурста  йорт алдарын  таҙа тотоусы махсус хеҙмәттәр әүҙем ҡатнаша.

Иртә менән Өфөнөң Дим районына ҡараған  32-се торлаҡ коммуналь хужалығы биләмәһендә ҡыҙыу эш ҡайнай. Ихаталарҙа таҙалыҡ һәм тәртип өсөн яуап биреүсе хеҙмәткәрҙәр ҡулында көрәк һәм лом кеүек ҡоралдар. Урам йыйыштырыусы Ғайсар Мәжитов бригадаһына ҡыш буйына бер иреп,бер туңдырыуҙан ҡатҡан боҙ ҡатламын урынынан ҡуҙғатыу өсөн ҙур көс һалырға тура килә.
Ысынлап та, Мусоргский урамында йәшәүселәрҙең ихата алдарында юлдарҙы көрт  баҫмаған, парковка урындары ла асыҡ. Йәйәүлеләр  йөрөгән юлдарға ҡом һибелгән. Халыҡ та торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшенән ҡәнәғәт.
Өфөнөң Дим районында йөҙҙән ашыу ихата иҫәпләнә. Комиссия ағзалары район урамдарын һәм  ихаталарын ҡарағандан һуң ҡар һәм боҙбармаҡтар менән көрәш бишле билдәһенә башҡарылған тигән фекергә килде. Ҡыйыҡтар тулыһынса ҡарҙан таҙартылған, урамдар йөрөү өсөн уңайлы.
Өфөнөң Дим районынан һуң Октябрь районында ла ихаталар һәм урамдар торошон махсус комиссия ҡараясаҡ. «Иң яҡшы ихата» ҡала конкурсы урамдарҙы, ихаталарҙы  тәртипкә тотоу эшен йәнләндереп, хеҙмәткәрҙәр араһында сәм уятҡан. Тиҙҙән ҡала конкурсы еңеүсеһе интерактив тауыш биреү һөҙөмтәһенән асыҡланасаҡ.  Еңеүсене билдәләгәндә кешеләргә  әүҙемлек күрһәтергә генә ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика