Өфөлә иҫке өйҙәрҙе һүтеү дауам итә 27.09.2014

Бөгөн Туҡай урамында авария хәлендәге тағы ике йорт емерелде.

ШОС һәм БРИКС саммитына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған эш  Өфөнөң Киров районы  коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында башҡарыла. Торлаҡ йорттар ярты быуат самаһы элек төҙөлгән һәм уларҙы һүткәндә  хужаларҙың рөхсәте алынған.  Бының өсөн уларға дәүләттән  аҡсалата компенсация түләнгән. Сүп-сарҙы таҙартҡандан һуң был урында Гоголь урамы менән тоташтырыусы юл төҙөләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика