Өфөләге турагентлыҡтарҙың береһенә Яҡуповтар 100 мең һумға яҡын аҡса түләп алданған

Өфөләге турагентлыҡтарҙың береһенә Яҡуповтар 100 мең һумға яҡын аҡса түләп алданған 05.02.2016

Ғаилә балалары менән Төркиәлә ял итергә теләгән булған. Тик юлға әҙерләнгән ваҡытта компания бухгалтерияһынан шылтыратып сәфәргә аҡса күсерелмәүен хәбәр итәләр. Ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ғаилә һаманғаса аҡсаһын ҡайтара алмай.

Туристик агентлыҡҡа Яҡуповтарҙың беренсегә шылтыратыуы түгел. Инде нисәмә тапҡыр улар бәйләнешкә инә алмай. Ғаилә сәфәр өсөн түләгән аҡсаһын ҡайтарыуҙы талап итә.
Яҡуповтар ғәҙеллек талап итеп судҡа мөрәжәғәт итә. Ике ултырышта ла улар еңеп сыға. Ләкин ни сәбәптәндер суд ҡарары  тейешенсә үтәлмәй. Ә Яҡуповтарҙы алдаған «Динамика +» турагентлығы хәҙер, икенсе исем аҫтында эшләй. Ә хеҙмәткәрҙәре аҡса алған ҡатындың ярты йылдан ашыу күренмәүен, уның Өфөлә түгел, бөтөнләй Мәскәүҙә икәнлеген белдерҙе.
- Динамика+ и Алиева сейчас не имеют к этому месту никакого отношения.
- Контакты поддерживаете сейчас?
- Сейчас нет, её в Уфе сейчас нет.
Шул уҡ ваҡытта турагентлыҡтың элекке етәксеһе Регина Әлиева социаль селтәрҙә төрлө илдәргә йүнәлтмә тәҡдим итеүен дауам итә. Беҙҙең ижади төркөм клиент булараҡ танытып уның менән телефон бәйләнешенә инде. Регина әҙәпле генә һөйләшеп, осрашыу урынын билдәләне. Ә күрешеү урыны  шул уҡ офис булып сыҡты.
Ҡыҙғанысҡа, мутлашыусы ҡатындың эҙенә төшөп булманы. Йылғыр «бизнес-леди»ны кемдер алдан иҫкәртеп өлгөргән, күрәһең. Яҡуповтар ғәҙеллек өсөн көрәшеүен дауам итергә ниәтләй. Сөнки был тоҙаҡҡа башҡаларҙың да эләгеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку