Өфөләге торлаҡ йорттарҙың береһендә наркомандар база ойошторған 04.04.2016

Наркодилерҙар тилерткес матдәләрҙе йорт стенаһындағы йәшерен урындарға ҡуйып һатҡан. Үлем менән сауҙа итеү күренештәре йорттағы видеокүҙәтеү ҡоролмаһына ла яҙылған.

Ҡоро ерҙә йөҙөргә маташыусы  ирҙе Зеленогорск урамындағы йортта видеоға төшөргәндәр. Йорт хужалары әйтеүенсә, наркотиктарҙан шаңҡыған кешеләрҙе бында йыш осратырға мөмкин.
Наркомандар һөжүменә Ғәскәров урамындағы йорт хужалары ла дусар ителгән. Таныш түгел йәш кешеләрҙең стенаны соҡоп,  ниҙер эҙләүен бында бер нисә тапҡыр күргәндәр. Йорт хужалары фекеренсә, подъездарҙа наркотиктар һатыу өсөн йәшерен урындар бар. Тилерткес матдәләр һатыусылар һәм эҙләүселәр күбеһенсә төнөн эш итә.
Валентина Илмырҙина, консьерж:  «Подъезға үтеп инеү өсөн төрлө фатирҙарға шылтырата башлайҙар. Уларҙың сит кешеләр икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Һеҙ кемгә, тигән һорауға ла яуап ҡайтармайҙар.  Уларҙы үткәрмәҫкә тырышабыҙ».
Билдәһеҙ кешеләрҙең стеанға ниҙер йәшереп маташыуын йорттағы видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ла төшөргән. Торлаҡ хужалары әйтеүенсә, был яҙмала наркодилерҙар яңы партия төнәтмәләрен йәшерә.  Ирҙәрҙең береһе урынды фотоға ла төшөрә. Вахтер килеп сығыуға, уларҙан елдәр иҫә.
Станислав Севаконь, йорт комитеты рәйесе: «Беҙҙең микрорайондың күп кенә  йорттарында бындай хәл  йыш теркәлә. Консьерж, видеокүҙәтеү ҡоролмалары булғанға, барыһын да күҙәтеп торабыҙ. Ә күрше йорттарҙа йәшәүселәр, улар йоҡоға талған саҡта,  подъездарында енәйәт ҡылыныуын белмәй ҙә».
Йорт хужалары был проблеманы дөйөм йыйылышта ла  көн тәртибенә сығара. Ләкин уны хәл итеү юлдарын  таба алмай. Полиция хеҙмәткәрҙәре наркомандарҙы тотоп, енәйәт эштәре лә асҡан. Ләкин тилерткес матдәләр менән мауығыусылар яңы доза эҙләп йортҡа килеүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика