Өфөләге тимер гараждарҙы күсереүҙә тыуған ҡаршылыҡтар

Өфөләге  тимер гараждарҙы күсереүҙә тыуған ҡаршылыҡтар 27.11.2015

Ғафури урамы ихаталарының береһендәге гаражды күсереү мәсьәләһе Юғары судҡа барып еткән. Уның хужаһы өсөнсө төркөм инвалиды. Йорт эргәһендәге гаражын күсермәүҙе һорап ул судҡа мөрәжәғәт иткән, әммә уның ҡарары буйынса тимер гараж һүтелергә  тейеш. Гараж 1988 йылдан бирле тора. Хужа уны ҡала хакимиәтенән  рөхсәт алып ҡуйған. Юрий Егоров йылдар буйы йыйған әйберҙәре менән тултырған гаражын  үҙе йәшәгән йорт эргәһенән күсереүгә ҡаршы.

Юрий Егоров, гараж хужаһы: «Был гаражды ҡуйырға рөхсәт ҡағыҙы электән бар ине. Эргәһендә балалар майҙансығы булғанға һүтергә булдылар. Мин бының менән килешмәйем. Эш судта ҡаралды. Бөгөн суд приставтары килеп минән гаражды күсереү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙыртты».
Гаражды һүтергә килгән махсус хеҙмәттәргә объектты бушатҡанды көтөргә тура килде. Өфөнөң Ленин районында йыл башынан бирле 211 гараж һүтелгән,әле мең тирәһен күсерәһе бар. Әммә был эш шыма ғына бармай. Күп ваҡыт суд аша хәл итергә тура килә, ти хакимиәт хеҙмәткәрҙәре.  
Евгений Белов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе: «Быға тиклем 35 гараж хужаһы судҡа тиклем  гаражын күсеҙе. Был гражданиндың гаражын һүтеү өсөн бирелгән ваҡыт буйынса бөгөн һуңғы көн. Беҙ бары суд ҡарарын башҡарабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика