Өфөләге Ленин исемендәге йорт-музейҙың киләсәге ышаныслымы?! 09.11.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ йәмәғәтселек был бина һәм уға ҡараған ер рейдерҙар ҡулына эләгеүе ихтимал тип низағ сығарҙы. Алдан хәүефләнеү бушҡа булмай: музейҙың Санкт-Петербургта урынлашҡан «Аскрин» компанияһына ҡарата 24 миллион һумдан ашыу бурысы барлығы асыҡлана.

Был ҙур сумма учреждениены мультимедиа ҡорамалдары менән тәьмин иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Ленин исемендәге йорт-музей бында тик контрагент булараҡ ҡына сығыш яһаған, ҡиммәтле техника буласаҡ баш ҡала музейы өсөн тәғәйенләнгән. Бурыс ҡала бюджетының тулыландырыу үҙенсәлектәренә бәйле. Тиҙҙән был проблема юҡҡа сығасаҡ. Шулай ҙа эш судҡа тиклем барып етә. Бөгөн тәүге ултырыш үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика