Өфөләге халыҡ-ара конференция диндарҙарҙы экстремизмға ҡаршы көрәштә берләштерергә тейеш

Өфөләге халыҡ-ара конференция диндарҙарҙы экстремизмға ҡаршы көрәштә берләштерергә тейеш 09.11.2016

Был турала бөгөн башҡала үткән форумда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диния назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин белдерҙе. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған сарала быйыл донъяның төрлө ҡитғаларынан дин әһелдәре, ғалимдар ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында  Мысырҙың билдәле Әл-Азхар университеты ректоры Ибраһим Сәләх,  Иорданияның халыҡ-ара университеты  профессоры Хәлид Абдулваххаб, Ирандың дәүләт советнигы Абдулраззак Ассад кеүек билдәле шәхестәр бар.  

Форум күмәкләп ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Изге китаптағы хәҙистәр һәр мосолманға яҡшы таныш һәм камил. Әммә  бөгөн тотош мосолман донъяһы низағһыҙ, тыныс ҡына йәшәй тип әйтеп булмай. Иң төп проблема экстремизм. Традицион исламға ышыҡланып, кире ағымдар ҙа барлыҡҡа килә. Улар кешеләрҙең башын бутап юлдан яҙҙыра һәм ҡара уйҙарын тормошҡа ашыра. Был күренеш бөтә төбкәтәргә лә хас.
Экстремизмға юл ҡуймау өсөн традицион исламды үҫтереү мотлаҡ. Сөнки кире ағымдарға ҡушылыу аңһыҙлыҡтан, ғилем етешмәүҙән килә. Балалар, йәштәр араһында аңлатыу эштәре талап ителә. Икенсенән, бөгөн мәсет-мәхәлләләр, дин әһелдәре үҙҙәре лә яҡлауға мохтаж.  Хеҙмәт хаҡы түбән булыу сәбәпле, йәш муллалар иман йорттарынан китә. Әле 7 мең ярым  имамдың 80 проценты 75 йәште үткән.
Тағы бер мәсьәлә-уҡыу әсбаптары. Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, беҙҙә бөйөк шәхестәрҙе ситтән эҙләү, уларға эйәреү көслө. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең билдәле дин әһелдәренең, мәғрифәтселәрҙең тормошо тәрәндән өйрәнелмәгән. Башҡортостандың  бөтә донъяға билдәле Зәйнулла Рәсулев, Ризаитдин Фәхретдинов, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек шәхестәре бар. Уларҙың тәғлимәттәрен уҡытыу күпкә отошло булыр ине. Сараны ойошторған Башҡорт дәүләт педагогия университеты ошо эште яйға һала башлаған.
Ислам бер, әммә һәр төбәктең быуаттар буйы формалашҡан үҙенә генә хас һыҙаттары бар.  Был шулай уҡ кейемгә лә ҡағыла. Мәҫәлән, әле беҙҙә лә күҙҙе генә ҡалдырып пәрәнжә ябынып йөрөүселәр осрай. Әммә әүәл пәрәнжәне сүллектәрҙә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡомдан, ҡояш нурынан һаҡланыу өсөн бөркәнгән.  Беҙҙә иһә  кейем  ҡаплы булһа ла, бит асыҡ ҡалған. Ата-баларҙан ҡалған дини ҡанундарҙы үтәгәндә, дингә ышаныуҙа ла сама белгәндә артыҡ шик-шөбһәләргә урын ҡалмаясаҡ, ти диндарҙар.
Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе: «Бар аңлашмаусанлыҡтан белем етмәүҙән башлана. Бөгөн беҙгә тәү  сиратта уҡытыу  системаһындағы проблемаларҙы хәл итеү кәрәк. Һәм кадрҙарҙы йәшәртеү буйынса эш алып барыу мотлаҡ. Шул ваҡытта  күп һорауҙар бер ҡыйынлыҡһыҙ хәл ителәсәк».
Бөгөн Ираҡта һәм Сирияла изге тип күрһәтелергә тырышҡан һуғыш ислам диненә тап төшөрә. Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә,  радикаль йүнәлештәргә ҡаршы традицион динде үҫтереп кенә көрәшергә мөмкин. Бының өсөн инде тәү сиратта  белем биреү, уҡытыу кимәлен камиллаштырыу мөһим. Өфөләге халыҡ-ара конференция тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде- Мәғрифәтселек системаһын камиллаштырыу. Был хаҡта исламда кеше бишектән ләхеткә тиклем ғилем эстәргә тейеш, тип әйтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика