Өфөләге көньяҡ зыярат Вавиловка ауылы эргәһендә урынлашҡан 19.10.2015

Зыярат 1977-cе йылдан эшләй. Майҙан Өфө ҡала советы халыҡ депутаттары ҡарары менән бүленгән. Әле бында ҙур уйымдар, соҡорҙар барлыҡҡа килгән.

Көньяҡ зыяраттың 27 - 30-сы кварталдары араһында асфальт юл юҡ. Яҙлы-көҙлө  өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар  ваҡытында арауыҡты яҡындарының ҡәберенә зыярат ҡылыусы йәйәүлеләр ауырлыҡ менән үтә. Мәтеле тайғаҡ юл аҡтарылып ята. Өлкән йәштәгеләр бындай хәүефле юлдан бөтөнләй йөрөй алмай.
Зөлфиә Кривенко, Өфөлә йәшәүсе: «Юл насар булыу сәбәпле,  әсәйемде алып килә алмайым. Соҡорло, тайғаҡ юлдан ул бөтөнләй йөрөй алмай. Беҙҙең михнәттәрҙе аңлаусы кеше булырмы икән».
Көньяҡ зыяраттың 27,28,29, 30-сы кварталдарындағы юлдар водителдәр өсөн дә хәүеф тыуҙыра. Бында ямғыр мәлендә автомобиль менән ингәндәр буксир менән сыға ала.
Алмаз Шаһапов, водитель: «Бында ҡеүәтле джиптарҙа ғына үтеп була. Былтыр төпкәрәк үткәйнем, тәгәрмәстәр бөтөнләй батты. Буксир ярҙамында ғына һөйрәп сығарҙыҡ. Бер тапҡыр ауыҙ бешкәс, быйыл кереп тә тормайым. Машинамды ситтә ҡалдырам».
Көньяҡ зыяраттағы айырым кварталдарҙағы юлһыҙлыҡ мәсьәләһенә ҡарата Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығынан түбәндәгесә яуап алдыҡ
Ринат Лотфрахманов, Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Көньяҡ зыяратта юлды төҙөкләндереүсе подрядсы ойошмалар араһында конкурс үткәрелде. Уның һөҙөмтәһе буйынса  бында  Өфө кран төҙөү заводы ҡом түшәйәсәк. Улар 1-cе ноябргә эштәрен тамамлаясаҡ. Әлеге ваҡтта ҡом килтерелгән. Улар тиҙ арала эшкә тотнорға тора».
Әммә халыҡ юлдың тиҙ арала төҙөкләндереүенә ышанмай. Синоптиктар ҙа  һауа торошонда оҙайлы ямғырҙар вәғәҙә итә. Бындай шарттарҙа «теге донъяға» юл мәтеле батҡаҡҡа буялған хәлдә ҡалыуы ла ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика