Өфөләге икенсе Затон күпере быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Өфөләге икенсе Затон күпере быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ 22.01.2016

Был турала республиликаның транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов белдерҙе.  

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ҡоролма М-5 һәм М-7 трассалары араһындағы транспорт артерияһы проекты сиктәрендә сафҡа индерелә. Ул шулай уҡ киләсәктә ҡаланың көнбайыш йүнәлешендә тығындарҙы кәметергә булышлыҡ итер тип көтөлә.  Йылғаның ағымы буйынса 40 метрға өҫтәрәк урынлашасаҡ күперҙең оҙонлоғо 836 метр. Уның проект хаҡы 5 миллиард һум самаһы. Сығымдар республика, шулай уҡ федераль маҡсатлы программа буйынса бүленгән.  
Раил Мөлөков, участка етәксеһе: «Төҙөлөш башланғандан алып планлаштырылған ун бер терәүҙең бөгөнгә уны тулыһынса әҙер. Һуңғы терәү йылғаның үҙәнендә февраль аҙығында барлыҡҡа киләсәк. Артабан инде 600 метр оҙонлоғондағы тимер конструкцияларҙы ҡорорға тотонасаҡбыҙ. Икенсе Затон күпере сентябрҙә сафҡа инәсәк».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку