Өфөлә фонтандар асылды

Өфөлә фонтандар асылды 01.05.2017

Ошо уңайҙан ҡала скверҙарында, мәҙәниәт һәм ял парктарында байрам саралары үтте. Ҡышҡы миҙгелдә туҡтап торғандан һуң һыу ҡоролмалары, йәйғор төҫтәрен балҡытып йәнә күккә атылды.

Шатлыҡлы ауаздар, ҡайнар алҡыштар аҫтында фонтандың беренсе тамсылары күккә атыла. Өфөнөң Театр скверында урынлашҡан «Ете ҡыҙ» фонтаны асылыу менән тирә-яҡҡа ҡурай моңдары ағылды. Был иҫтәлекле мәлде күрергә килеүсе тамашасылар өсөн концерт программаһы әҙерләнгән.
Фонтандарҙың асылыуы ҡала халҡы өсөн генә түгел, бөтә республикаға иҫтәлекле ваҡиға. Әбйәлил районында йәшәүсе Ғайсиндар, мәҫәлән, балаларын ҡаланы күрһәтергә фонтан асылыуға тап килтереп алып килгән.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы баш ҡалала ошондай яҡшы кәйеф менән башланды. Өфөнө йәмләгән 17 һыу ҡоролмаһын асыуҙа ижади коллективтар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Тантанала шулай уҡ баш ҡала райондары араһында уҙғарылған йыр конкурсы еңеүселәре лә бүләкләнде.
«Салауат Юлаев» майҙанындағы фонтан тирәләй ҙә  халыҡ күп йыйылды, хатта сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә  байтаҡ ине. Улар өсөн театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.
Фонтандар кешеләрҙең һаулығына һәм кәйефенә ыңғай йоғонто яһай, ти белгестәр. Сөнки бындай урындар беренсенән таҙа һауаһы менән айырылһа, икенсенән һәр кем  иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға тырыша. Бөгөнгө байрамға йыйылыусылар ҙа күңелле тамашанан күтәренке кәйефтә таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика