Өфөлә «Ер һәм милек мөнәсәбәттәре һәм уларҙың хаҡын билдәләү эшмәкәрлегенә бәйле ҡануниәттәге үҙгәрештәр» исеме аҫтында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үҙ эшен башланы

Өфөлә «Ер һәм милек мөнәсәбәттәре һәм уларҙың хаҡын билдәләү эшмәкәрлегенә бәйле ҡануниәттәге үҙгәрештәр» исеме аҫтында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үҙ эшен башланы 19.05.2016

Был йүнәлештәге көнүҙәк мәсьәләләргә байҡау яһарға, профессиональ юҫыҡта тәжрибә уртаҡлашырға илдең төрлө төбәктәренән белгестәр, федераль министрлыҡтар вәкилдәре йыйылды. Былтыр 1 марттан Рәсәйҙең Ер кодексына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелгәйне. Ошо уңайҙан  норматив-хоҡуҡи акттарҙа барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡтар хаҡында ла фекер алышыу үткәрелде.

Бынан тыш, конференция барышында кадастр иҫәптәрен башҡарыу хоҡуғын шәхси хаҡ ҡуйыусыларҙан дәүләт учреждениеларына тапшырыу  мәсьәләһе лә күтәрелде. Әлегә Федераль законға үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге Думала ҡарала. Шул уҡ ваҡытта сара сиктәрендә кадастр хаҡын билдәләү механизмдары ла барланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика