Өфөлә Башҡортостандың машиналар төҙөү сәнәғәтендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсе съезы үтте

Өфөлә Башҡортостандың машиналар төҙөү  сәнәғәтендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсе съезы үтте 04.03.2015

Башҡортостандың машиналар төҙөү продукцияһы Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә, шулай уҡ сит илгә лә сығарыла. Был өлкәлә йөҙ меңдән ашыу кеше  хеҙмәт итә, уларҙың яртыһынан күберәге гүзәл заттар. Республикала бигерәк тә авиация сәнәғәте уңышлы эшләп килгән тармаҡтарҙың береһе. Башҡортостандың машиналар төҙөү  сәнәғәте профсоюздар ойошмаһы ассоциацияһы был өлкәлә лайыҡлы хеҙмәт күрһәткән гүзәл зат вәкилдәрен  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

Күп йылдар буйы намыҫлы хеҙмәте өсөн өс йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙға  маҡтау грамоталары , сәскә гөлләмәләре һәм бүләктәр тапшырылды. Улар араһында  токарьҙар, машина төҙөүселәрҙе уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.  Съезда республика предприятиеларынан тыш Силәбе өлкәһенән дә вәкилдәр ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку