Өфөлә «Баш ҡала ҡаҙанышы» конкурсы старт алды

Өфөлә «Баш ҡала ҡаҙанышы» конкурсы старт алды 18.02.2016

Уның һөҙөмтәләре буйынса ҡала үҫешенә ярҙам итеүсе проект авторҙарына премия тапшырыла. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн йәштә сикләүҙәр юҡ.

Быйыл конкурс унынсы йыл ойошторола. Юбилей уңайынан ҡала үҫеше йәмәғәт фонды  «Баш ҡала киләсәге» тип исемләнгән яңы номинация булдырған. Унда Өфөлә йәшәүсе 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр бәхетен һынай ала. Ә элекке лауреаттар үҙ проекттарын тормошҡа ашырып ҡаланы үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Мәҫәлән, юғары категориялы табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙы дауалау өсөн үҙәк асырға ниәтләнә. Ул оҙаҡламай эшләй башлаясаҡ. Ошо ысул менән инвалидтарҙы кәметергә мөмкин, тигән фекерҙә табип.
Конкурсҡа документтарҙы 1 марттан 8 апрелгә тиклем Ҡала үҫеше  йәмәғәт фондына тапшырырға кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеге һәм башҡа ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт менән ведомствоның сайтында танышырға мөмкин. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Ҡала көнөндә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку