Өфөлә Бөтә Рәсәй торлаҡ коммуналь хужалығы форумы дауам итә

Өфөлә Бөтә Рәсәй торлаҡ коммуналь хужалығы форумы дауам итә 18.12.2015

Бөгөн Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһы буйынса кәңәшмәнең пленар ултырыш үтә.

Сираттағы түңәрәк өҫтәлдәрҙең береһе ҡулланыусыларҙың торлаҡ хужалығына бәйле белемен арттырыуға арналды. Үҙенең хоҡуҡтарын, ресурстар менән тәьмин итеүсе, идарасы компанияларҙың вазифаларын һәм яуаплылыҡтарын белгән торлаҡ хужалары тармаҡта ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөргә булышыр ине тигән һығымта яһаны ҡатнашыусылар. Тағы бер мөһим тема торлаҡ хужалығы тармағына бизнес вәкилдәрен йәлеп итеүгә ҡағыла. Күп осраҡта муниципаль предприятиелар һөҙөмтәһе: эшләй, ә был шәхси инвестор өсөн отошһоҙ. Улар хаталарҙың ҡиммәт булыуын яҡшы аңлай тип билдәләнде форумда. Әҙер схема ла бар - концессия. Ул муниципаль милектең инвесторға ҡуртымға бирелеүен аңлата. Эшҡыуарға ҡулланыусыларға тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙың сифаты һәм торлаҡ-коммуналь сектор фондын модернизациялау буйынса ҡаты талаптар ҡуйыла. Тармаҡты алға этәрәсәк тағы бер башланғыс ул тармаҡтағы берҙәм мәғлүмәт базаһы. Бында һәр идарасы компания буйынса тулы мәғлүмәт табып, хатта коммуналь түләүҙәр индереү мөмкинлеге ҡарала. Ул киләһе йыл рәсми рәүештә эшләй башлар тип күҙаллана.      
Анатолий Дубовский, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы буйынса йәмәғәт контроль төбәк үҙәге етәксеһе: «Республикала тарамҡтағы мәғлүмәт системаһы 2017 йылда индереләсәк. Ул тармаҡта мәшғүл предприятиелар эшмәкәрлегенә аныҡлыҡ индерәсәк. Мәҫәлән, әгәр ҙә торлаҡ хужаһына ике төрлө идарасы компаниянан түләү квитанцияһы ала икән, был мәғлүмәт базаһы аша ул йортон ысынында кем хеҙмәтләндергәнен шунда уҡ күрә аласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку