Өфөлә Бөтә Рәсәй күгәрсендәр күргәҙмәһе үтте 14.01.2017

Сараға төрлө төбәктәрҙән йөҙләп ҡатнашыусы, ойошмалар килде. Улар күргәҙмәгә ҡоштарҙың ике йөҙ төрөн тәҡдим итте. Осрашыу күгәрсен тәрбиәләүселәр өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар тыныслыҡ ҡоштарына ҡарата иғтибар, ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.

Радик Сабиров, Өфөнөң «Өфө спартагы» күгәрсен үрсетеүселәр берекмәһе етәксеһе: «Күгәрсендәрҙе тәрбиәләү иғтибар талап итә, ваҡытты ала. Әммә бында килеүселәрҙең барыһы ла уларҙы күңел өсөн тәрбиәләй. Күргәҙмәгә килеүселәр бик ҡыҙыҡһына, ҡоштарҙы үрсетеүселәрҙән кәңәштәр һорай».
Нефтекама ҡалаһынан  Булат Юлмөхәмәтов күгәрсендәрҙе йәш сағынан аҫрай. Бөгөн уның хужалығында был ҡоштар ете тиҫтәнән ашыу. Уларҙы яратырға кәрәк, юҡҡа ғына күгәрсендәрҙе мөхәббәт ҡоштары тип йөрөтмәйҙәр, ти ул.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика