Өфөлә бөгөн Рәсәй сәнәғәт форумы эш башланы 24.02.2016

Уның  сиктәрендә ВДНХ ЭКСПО  күргәҙмәләр залында экспозициялар менән танышырға мөмкин.  Сарала   Башҡортостандан,  Рәсәй төбәктәре  һәм сит илдәрҙән 150-нән ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмәгә машиналар  эшләү һәм башҡа тармаҡ етештереүселәренең  иң алдынғы ҡаҙаныштары ҡуйылған.

Робот - иретеп йәбештереүсе. Күргәҙмәгә ҡуйылған был ҡоролма  үҙебеҙҙә, Өфөлә етештерелә. Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу предприятиеһында  кеше ҡулдарын алмаштырып өлгөргән дә инде. Роботтарҙың төп өлөшө Германиянан, Япониянан һатып алына, Роботлаштырыу һәм автоматлаштырыу үҙәге уға заводтар биргән заказ буйынса ҡоролма урынлаштыра. Хаҡтары  егерме  миллион һумдан ашыу.  Был үҙен аҡлай ти, етештереүселәр, бер робот, эшләү ҡеүәте буйынса  биш кешене алмаштыра.    
Валерий Тураев, күргәҙмәлә ҡатнашыусы: «Автоматлаштырылған  роботтар ярҙамында иретеп йәбештереү  сифаты яҡшыра. Кеше факторына бәйле булмағас, эш күләме лә программаға ярашлы ғына үтәлә. Роботтар төрлө,  улар  буяй, быяла киҫә  һәм башҡа күп эштәр башҡара ала».
Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында ошондай үҙенсәлекле проекттары менән Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең   150-нән ашыу компанияһы ҡатнаша. Һәр ойошма ысын мәғәнәһендә шаҡ ҡатырлыҡ эштәрен тәҡдим итә.  220 вольтлы электр розеткаһын, йә быраулау  машинаһын һыуға тығыу менән ток һуғыр ине. Күргәҙмәлә  был фокусты тәҡдим итеүсе  лә иҫән, ҡоролма ла  боҙолмай. Сөнки улар  «Нанопротек» тип аталған һаҡлаусы шыйыҡса менән эшкәртелгән. Бар кешелектең хыялы,  тығындарҙан ҡотолоу, бараһы ергә тиҙерәк етеү. Быны һауа юлы ярҙамында хәл итергә була,ти, Күмертауҙағы вертолет етештереүселәр.
Вертолетҡа  ултырыу өсөн ни бары алтыға-  алты метр майҙан етә, тимәк, яғыулығы бөтә башлаһа,  теләһә ниндәй заправкала туҡтап осоуҙы артабан дауам итергә була. Хәүефһеҙлек яғы ла уйланылған.  Көтөлмәгән  хәл була ҡалһа, уның  парашюты  асыласаҡ. Елме, 35 градус һыуыҡмы, эҫеме,  вертолетты ҡулланып була. Хаҡы 8 миллион һум тирәһе. Сит ил  хаҡтары менән сағыштырғанда был күпкә арзан. Һауа судноһын  Ҡытай инвесторҙары менән берлектә  Күмертауҙағы «Роторфлай» компанияһы тәҡдим итә.  
Стәрлетамаҡтағы «Cтанкомонтаж» етештергән ҡоролмаларҙы Өфө моторҙар етештереү берекмәһе, «Нефаз»,   Беларусь республикаһы, Санкт-Петербург,Пермь һәм башҡа тиҫтәләрсә төбәктән һатып алалар. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы берләштереүсе маҡсат -  кеше көсөн аҙыраҡ ҡулланып етештереү күләмен арттырыу, ваҡытты аҙыраҡ сарыф итеү.Инновацион алымдар ярҙамында йәшәү сифатын яҡшыртыу.   Республика эшҡыуарҙарын берләштергән ай-ти инкубатор заманса проекттарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешен алған. Әле 15 проект тәҡдим ителгән.  
Әйткәндәй, Табиб РБ онлайн проекты бер аҙнанан эшләй башлай. Күргәҙмәлә ошо һәм башҡа биҡ ҡыҙыҡлы идеяларҙың ғәмәлгә ашыуын күрергә мөмкин. Рәсәй сәнәғәт форумы  26 февралгә тиклем бара.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика