Өфөлә һауа торошоноң насарайыуы көтөлә

Өфөлә һауа торошоноң  насарайыуы көтөлә 18.11.2015

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 21 ноябрҙән 24-нә тиклем республика биләмәһенән әүҙем циклон үтеүе сәбәпле, баш ҡалала ваҡыты менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, юлдарға көрт һалыныуы, электр сымдары һәм ағастарға ҡар һырылыуы  фаразлана.

Көньяҡтан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән ел секундына 8-13, көндөҙ 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк.  һауа торошондағы үҙгәрегштәргә бәйле, Өфөнөң «112 ҡотҡарыу хеҙмәте» йәйәүлеләр һәм автоһәүәҫкәрҙәрҙе электр бағаналары, ағастар һәм реклама таҡталарынан алыҫыраҡ йөрөргә, урамдарҙа һәм юл аша сыҡҡанда иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Водителдәргә тиҙлек режимын һаҡларға, бер рәттән икенсеһенә күсмәҫкә, ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа һәм боролоштарҙа һаҡ булырға кәңәш ителә. Бынан тыш, автомобилдәрҙе ағас аҫтарына ҡуйыуҙан тыйылып тороу зарур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку